0%

Наил(шиғыр). Ғ.Байбурин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Наил ( шиғыр )
автор Ғ.Байбурин
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Наил


 Әсәһе уны «кескенәм»
 Тип иркәләп һөйһә лә,
 Атаһы, уны шаяртып,
 Күтәреп йөрөһә лә,
 Наил хәҙер үҫкән инде,
 Ҙурҙарса хәҙер уйлай,
 Һеңлеһе менән икәүләп
 Оҙон көн буйы уйнай.
 — Шулмы ҙурҙарса уйлауы? —
 Тип һеҙ тағы көлмәгеҙ!
 Улай һис тә әйтмәҫһегеҙ,
 Наилды һеҙ белһәгеҙ.
 Атаһы уның баҫыуҙа
 Тракторҙа ер һөрә.
 Әсәһе уның баҡсала
 Йәшелсәләр үҫтерә.
 Ҙурҙарса уйлай белгәнгә,
 Әсәһе һүҙен тыңлай,
 Һеңлеһен ташлап китмәй,
 Көн буйы бергә уйнай.

 


1988 йыл